Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда йәш журналистар фестивале үтә

Йәмғиәт

Башҡортостандың йәш журналистары фестивале 13 сентябрҙә Иглин районында старт алды. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән форумдың ойоштороусыһы булып  БР Журналистар союзы сығыш яһай.

Төбәк киң мәғлүмәт сараларының 35 йәшкә тиклемге 60-ҡа яҡын вәкиле сәләмәтләндереү-күңел асыу комплекстарының береһендә йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар өсөн лекциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.

— Беренселәрҙән булып йәш журналистар алдында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев сығыш яһаны. Хеҙмәттәштәренең иғтибарына ул «Хәҙерге заман журналистикаһының мультимедиялы булыуы» темаһына сығышын тәҡдим итте. Сарала шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» етәксеһе Евгения Куцуева сығыш яһаны. Йәш блогерҙар өсөн ул оҫталыҡ дәресен үткәрҙе, — тип һөйләне БР Журналистар союзының яуаплы секретары Марат Саттаров.

Шулай уҡ әлеге фестиваль сиктәрендә ҡәләм тибрәтеүсе һәм фотоға төшөрөүсе хәбәрселәр өсөн ике һөнәри конкурс ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть