4 декабрь, Йәкшәмбе

13 сентябрь 2012 йыл, 16:29

Рөстәм Хәмитов: «Республикабыҙ спортсылары Рәсәй йыйылма командаһының еңеүенә айырыуса ҙур өлөш индерҙе»

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

— Республикабыҙ спортсылары Рәсәй йыйылма командаһының еңеүенә айырыуса ҙур өлөш индерҙе – улар 12 алтын һәм 5 көмөш миҙал яуланы. Рәсәй йыйылма командаһында булған юғары келәймәле миҙалдарҙың өстән бер өлөшө – был ҙур уңыш һәм һеҙҙең ҡаҙаныш! Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайым! Һәм Сочиҙа үтәсәк ҡышҡы Уйындарҙа ла Башҡортостан паралимпиясылары еңеүҙәргә өлгәшеп, беҙҙең көйәрмәндәрҙе ҡыуандырыр, тип ышанам, — тип билдәләне паралимпиясылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Лондонда 2012 йылғы Паралимпиадала ҡатнашыусыларҙы, чемпиондарҙы һәм призерҙарҙы ҡотлау тантанаһы Республика йортонда 13 сентябрҙә үтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә Ҡытайҙан ҡала икенсе урын яулап, Паралимпия уйындарында сығыш яһау тарихында иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Рәсәй спортсылары 102 награда – 36 алтын, 38 көмөш һәм 28 бронза миҙал яуланы.

Башҡортостандың 8 спортсыһы 2012 йылғы Паралимпия уйындарында 17 миҙал яуланы (12 «алтын» һәм 5 «көмөш»). Улар – йөҙөүсе Оксана Савчено (биш алтын), еңел атлеттар Алексей Лабзин (ике алтын, бер көмөш миҙал), Елена Паутова, Андрей Коптев, Анастасия Овсянникова (берәр алтын миҙал), Анна Сорокина (бер көмөш миҙал), йөҙөүселәр Александр Неволин-Светов (бер алтын һәм өс көмөш миҙал), Михаил Зимин (бер алтын миҙал).

Паралимпиада-2012 геройҙарына хәҙер педагог ролен дә башҡарырға кәрәк буласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Уларға үҙҙәренең өлгөһөндә сәләмәт һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә йәлеп итергә, мәктәп уҡыусылары, студенттар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрергә тәҡдим ителде. Бындай уңыш спорт йәһәтенән генә түгел, иҡтисади күҙлектән дә бик мөһим – уңышлы сығыш яһау республикаға инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.

— Беҙ Рима Аҡбирҙе ҡыҙы менән Паралимпия үҙәген булдырыу хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ, — тине республика башлығы, Башҡортостанда бындай мөһим спорт бинаһын төҙөү тураһында пландар менән бүлешеп. Уның дөйөм хаҡы яҡынса ике-ике ярым миллиард һум тәшкил итә. Был бик ҙур сумма.

Рөстәм Зәки улы шулай уҡ тренерҙар эшмәкәрлегенә лә юғары баһа бирҙе.

Башҡортостан Президенты 2012 йылғы Паралимпия уйындары чемпиондары һәм медалистары Оксана Савченко, Алексей Лабзин, Александр Неволин-Светов, Елена Паутова, Михаил Зимин, Анастасия Овсянникова, Андрей Коптев, Анна Сорокинаға, шулай уҡ Паралимпиада-2012 призеры Илья Первухинға фатир алыуға сертификаттар тапшырҙы.