3 декабрь, Шәмбе

13 сентябрь 2012 йыл, 15:19

Хәйбулла районында Мәрхәмәтлек айлығы ойошторола

автор: Ғәлиә Нәбиева

Хәйбулла районында Мәрхәмәтлек айлығы үтәсәк. Ул 15 сентябрҙә старт ала, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Районда матур йолаға әүерелгән айлыҡ сиктәрендә оло йәштәгеләргә шефлыҡ ярҙамы күрһәтеләсәк. Акцияла 110-сы һөнәрселек училищеһы уҡыусылары һәм И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары ҡатнашасаҡ.

Муниципалитеттың Ветерандар һәм инвалидтар менән эшләү буйынса ведомство-ара советы айлыҡ осоронда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға хәйриә һәм льготалы шарттарҙа социаль-көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Ауыл хужалығы предприятиелары үҙҙәренең продукцияһын ололарға льготалы шарттарҙа һатасаҡ.