10 декабрь, Шәмбе

13 сентябрь 2012 йыл, 14:44

Төбәктә «Башҡарабыҙ!» экологик акцияһы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

15 сентябрҙә Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә «Башҡарабыҙ!» исемле ҙур экологик акция үтә.

— Был көндө бөтә ил халҡы урамдарға, парктарға, урмандарға, күл һәм йылға буйҙарына уларҙы сүп-сарҙан таҙартыу өсөн өмәгә сығасаҡ. Бындай бер көнлөк акциялар «Let’s do it!» («Башҡарабыҙ!») хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора. Сентябрҙә сүп-сар йыйыу буйынса акциялар Беларусь, Рәсәй, Әрмәнстан, Малайзия, Аргентина, Нидерланды, Германия, Нигерия, Франция, Сальвадор, Бельгия, Маврикий Республикаһы, Албания, Ҡаҙағстан, Кипр, Румыния һәм Италияла үтәсәк, — тип һөйләне «ЭКА» йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостандағы етәксеһе Гузәл Латыпова.

«Башҡарабыҙ!» исемле ҙур экологик проект бер көн эсендә тонналап сүп-сар йыйыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Шул уҡ ваҡытта быяла, пластик шешәләр һәм металл артабан эшкәртеүгә ебәреләсәк.

Проектта ҡатнашыусылар фекеренсә, йәмәғәтселек иғтибарын тәбиғәттәге сүп-сар мәсьәләһенә йәлеп итеү һәм власть менән йәмәғәт ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек булдырыу шулай уҡ мөһим. Бынан тыш, 15 сентябрҙә сүп-сарҙан таҙартылмай ҡалған урындарҙы законһыҙ сүплектәр реестрына индереү планлаштырыла.

Бөтә Рәсәй өмәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» социаль селтәрендә йәки сайтта танышырға була.