Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала йәштәр профсоюз форумы уҙғарыласаҡ

Сәйәсәт

Өфөлә VIII республика йәштәр профсоюз форумы үтәсәк. Иҡтисадтың төрлө тармаҡ предприятиелары вәкилдәре Башҡортостан баш ҡалаһында 21-23 сентябрҙә йыйыласаҡ. Форумды ойоштороусы булып БР Профсоюздар федерацияһы сығыш яһай. Семинарҙа тармаҡ йәштәр советтары һәм профсоюз комитеттарынан йәмғеһе 100 делегат ҡатнашасаҡ.

Ойоштороусылар сарала ҡатнашыусылар өсөн төрлө эшлекле уйындар һәм тренингтар әҙерләгән. Бынан тыш, форумда фотоконкурс ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ сарала «Хеҙмәт итеүсе йәштәр өсөн иң яҡшы предприятие» республика конкурсы проектын әҙерләү планлаштырылған. Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙың Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ҡануниәте буйынса белемдәрен тикшерәсәктәр, һөҙөмтәләр буйынса командалар рейтингы төҙөләсәк. Спорт ярыштары ла ойоштороласаҡ.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре сарала ҡатнашыусылар менән хеҙмәт итеүсе йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһен тикшерәсәк. Форумдың аҙаҡҡы көнөндә йомғаҡ яһаласаҡ – номинациялар буйынса еңеүсе командалар, шулай уҡ иң әүҙем ҡатнашыусылар билдәләнәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть