5 декабрь, Дүшәмбе

13 сентябрь 2012 йыл, 12:18

«Мәрхәмәт» фондының Балалар үҫеш үҙәгендә Асыҡ ишектәр көнө үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

17 сентябрҙә «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Балалар үҫеш үҙәгендә «Дуҫтар менән яңы уҡыу йылына» исемле байрам – Асыҡ ишектәр көнө үтә.

Был көндө ҡунаҡтар үҫеш үҙәге буйлап экскурсияла ҡатнашып, асыҡ дәрестәр ҡарай ала, шулай уҡ «Инклюзив белем биреү һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың социаль яраҡлашыуы – белем биреү процесында яңы методикалар» темаһына түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша ала.

Балалар үҫеш үҙәге 2011 йылдың сентябрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү маҡсатында булдырылды. Үткән уҡыу йылында Үҙәктә 200 бала белем алды. Уҡытыу программаһына телмәр үҫеше, ҡыҙыҡлы математика, информатика, инглиз теле, музыка, театр һәм бейеү сәнғәте дәрестәре индерелгән.

темалар: мәғариф