10 декабрь, Шәмбе

13 сентябрь 2012 йыл, 11:40

Башҡортостанда «Тамға-2012» төбәк-ара полиграфистар форумы асылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

«Тамға-2012» полиграфистар һәм нәшриәтселәр форумында Башҡортостандың бихисап полиграфия предприятиелары ҡатнаша. Төбәк-ара кимәлдәге был слет бөгөн, 13 сентябрҙә, Өфө районында старт алды.

Форум алдынан үткән матбуғат конференцияһында төбәктең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова хәбәр итеүенсә, төбәктә булған 229 полиграфия ойошмаларының 50-һе сарала ҡатнашыу өсөн заявка биргән. Форумда шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан һәм башҡа төбәктәрҙән вәкилдәр ҡатнашасаҡ. Ике көн, 13 һәм 14 сентябрь, дауамында улар өлкәнең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһы президенты Борис Кузьмин «Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында илдәге полиграфия тармағының конкурентлыҡ һәләте. Тармаҡтың корпоратив хәрәкәте бурыстары» темаһына доклад менән сығыш яһаясаҡ. Артабан Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһының беренсе вице-президенты Дмитрий Закиров хәҙерге заман полиграфия бизнесының кадрҙар ресурсы сифатына ҡарата талаптары хаҡында һөйләйәсәк. Көндөң икенсе яртыһында бер нисә семинар үтәсәк.

14 сентябрҙә төбәктең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова һәм Башҡортостан Полиграфистар ассоциацияһы президенты Ринат Шәкүров рәйеслегендә «Башҡортостандың полиграфия тармағы – илдәге полиграфия хеҙмәттәре баҙарының өлөшө: дөйөм һыҙаттар һәм үҙенсәлектәр» исемле түңәрәк өҫтәл ойошторола. Бынан һуң иң яҡшы нәшриәт-полиграфия предприятиеһына конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Форум аҙағында унда ҡатнашыусылар йомғаҡлау ултырышына йыйыласаҡ. Унда форум резолюцияһын раҫлау планлаштырыла. Тармаҡ эксперттары тәҡдимдәренә һәм һөнәри берләшмә фекерҙәренә ярашлы ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсатында резолюция тексы профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға йүнәлтеләсәк.