9 декабрь, Йома

13 сентябрь 2012 йыл, 10:35

Төбәктә йыл башынан алып 510 мең тоннаға яҡын һөт һатылған

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала йыл башынан алып тулайым һауым яҡынса 1,3 миллион тонна тәшкил итте. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шуларҙың 478 716  тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, ә ҡалғаны шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. 2012 йылдың ғинуарынан алып 509 128 тонна һөт һатылған.

Әлеге ваҡытта көнөнә бер һыйырҙан уртаса 10,4 килограмм һөт һауыла. Һигеҙ ай эсендә иһә һәр йыйырҙан 2841 килограмм һөт һауып алынған, был үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса 265 килограмға күберәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың 11 районы һауым буйынса өс меңлек сикте уҙған. Саҡмағош районының ауыл хужалығы предприятиелары һөт етештереү буйынса төбәктә беренсе урында килә, улар ғинуарҙан алып һәр йыйырҙан 4162 килограмм һөт һауып алған.

Иң күп һөттө Дүртөйлө, Илеш, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары һауып алған һәм һатҡан.