Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Йәрмәкәй районында булды

Сәйәсәт

12 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Йәрмәкәй районындағы бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында булды, Йәрмәкәй ауылын үҫтереү буйынса пландар менән танышты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Бекетов ауылында Рөстәм Хәмитов «Приютовагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Компанияның төп йүнәлеше – малсылыҡ. Йыл башынан етештерелгән тулайым продукция күләме бында 60 миллион һумдан аша, әммә агрофирма зыянға эшләй.

Быйыл хужалыҡ яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Техника хаҡының 40 процентын программа буйынса республика субсидиялаған. Был программа буйынса бурыстарҙы республика тулыһынса үтәйәсәк, тип ышандырҙы Башҡортостан Президенты.

Урта Ҡарамалы ауылында Рөстәм Хәмитов Ивановтар ғаиләһенең крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Хужалыҡта көнбағыш майы һәм он етештерелә. Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды һәм хужалыҡ етәкселәренән республикала фермерҙарға һөҙөмтәле ярҙам итеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индереүҙәрен һораны.

Аксаков ауылында Рөстәм Хәмитов «Родина» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Агрофирма саф тоҡомло инглиз аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Бында 45 тоҡомло ат бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть