6 декабрь, Шишәмбе

12 сентябрь 2012 йыл, 16:59

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе журналистар менән осрашты

автор: Марина Шумилова | фото: Альберт Хәсәнов

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев 12 сентябрҙә республиканың киң мәғлүмәт саралары — «Республика Башкортостан», «Башҡортостан», «Кызыл таң» гәзиттәре һәм «Башинформ» агентлығы журналистары менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикала барған муниципаль һайлау кампанияһы хаҡында һөйләште. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе менән бындай һөйләшеүҙәр йолаға әүерелә. Улар киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә һайлауҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау мөмкинлеген бирә.

Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, киң мәғлүмәт сараларында һайлауҙар тураһында сифатлы һәм оператив мәғлүмәт биреү һайлау комиссияларына ҙур ярҙам булып тора.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 4814 һайлау кампанияһы үткәрелә, тип хәбәр итте БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Дөйөм алғанда һайлауҙарҙа Рәсәйҙең 76 төбәгенән (илдә улар 83) 22 миллион кеше ҡатнашасаҡ. Башҡортостанда 14 октябрҙә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә 54 муниципаль район Советтарына депутаттар һайланасаҡ. Бынан тыш, ҡайһы бер ауыл биләмәләре Советтарына депутатлыҡҡа төп һәм өҫтәмә һайлауҙар, Дүртөйлө ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа һайлауҙар, Туймазы ҡалаһы ҡала биләмәһе Советына депутатлыҡҡа өҫтәмә һайлауҙар үтәсәк.

Барлыҡ һайлауҙар мажоритар система буйынса үткәрелә, тип аңлатты Хәйҙәр Вәлиев. Сөнки ҡатнаш система (бер мандатлы округтар һәм партия исемлектәре) буйынса һайлауҙар составында 20-нән ашыу депутат булған вәкәләтле органдар өсөн ҡаралған. Алдағы муниципаль һайлауҙарҙа иһә составында 20-нән кәмерәк депутат булған Советтар һайланасаҡ.

— Әммә был партияларҙың муниципаль һайлауҙарҙа ҡатнашмаясағын аңлатмай, — тип билдәләне Хәйҙәр Вәлиев. – Ун партия теркәлгән кандидаттарҙың (уларҙың һаны 2949) яртыһынан күберәген (1754) тәҡдим иткән. Үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүселәр һаны – 1195 кеше. Тимәк, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлауҙар халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.