Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала дәүләт-шәхси партнерлыҡ схемаһы буйынса бала баҡсаһы төҙөлә

Иҡтисад

Туймазы районы Әгертамаҡ ауылының яңы биҫтәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ схемаһы буйынса 110 урынлыҡ бала баҡсаһы төҙөлә. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был республикала әлеге схема буйынса төҙөлгән берҙән-бер бала баҡсаһы. Туймазы ҡалаһының «3-сө төҙөлөш фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объектты үҙенең средстволары иҫәбенә төҙөргә булған. Өс йыл дауамында урындағы муниципалитет бала баҡсаһын төҙөүсенән һатып аласаҡ.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, республиканың бихисап райондарында бала баҡсаларын төҙөү эштәре алып барыла. Йыл аҙағынаса яңы объекттар Илеш, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында сафҡа индереләсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть