9 декабрь, Йома

12 сентябрь 2012 йыл, 14:03

Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия лауреаттары билдәләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премиялар тапшырыу буйынса комиссия 2012 йылғы лауреаттарҙы билдәләне. РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Юнир Аҙнағолов һәм шағирә, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Мәрйәм Күсмәева еңеүселәр тип табылды. Премияларҙы тапшырыу тантанаһы Ф.Комиссаровтың бәләкәй ватаны – Мәләүез районының Әбет ауылында үтәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, журналистика өлкәһендә Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия 2009 йылда Мәләүез районы муниципаль район Советы менән журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу, шулай уҡ һәләтле журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Фәтҡулла Комиссаровтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында булдырылды.

Быйылғы лауреаттарҙы комиссияға Комиссаровтар ғаиләһе тәҡдим итте, тип хәбәр иттеләр Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Улар «Дауыл булып үттем дауылдарҙа» китабын әҙерләүгә ҙур өлөш индергән, Ф.Комиссаров тураһында бихисап мәҡәләләр баҫтырған.