11 декабрь, Йәкшәмбе

12 сентябрь 2012 йыл, 12:46

Төбәктә «500 ферма» программаһында 53 ҡатнашыусы иҫәпләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

«500 ферма» республика программаһында ҡатнашыусы статусы 53 ауыл хужалығы предприятиеһына бирелде.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сираттағы һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса бер юлы алты предприятие программаға индерелде. Улар – Салауат районының «Таймый» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Баҡалы районының «Үмәр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Илеш районының «Илеш-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Баҡалы районының «Яңы донъя» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Асҡын районының «Ҡуяштыр» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Мәләүез районының Салауат исемендәге колхозы ауыл хужалығы етештереү кооперативы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһы республика Хөкүмәте менән апрель аҙағында раҫланды. Белгестәр фекеренсә, уны тормошҡа ашырыу кәм тигәндә 500 ауыл хужалығы ойошмаһының тотороҡло эшләүен һәм ауылдарҙа социаль тотороҡлоҡто тәьмин итәсәк.