5 декабрь, Дүшәмбе

12 сентябрь 2012 йыл, 12:14

Йыл аҙағынаса Туймазыла ике социаль йорт төҙөлөп бөтәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Туймазыла социаль торлаҡ төҙөү эштәре әүҙем алып барыла. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике йорт (һәр береһендә 50-шәр фатир) ағымдағы йылдың сентябрь һәм ноябрь айҙарында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, ҡайһы бер райондарҙа социаль торлаҡ төҙөү темптары түбән. Атап әйткәндә, төҙөлөш эштәре Шаран ауылында оҙаҡҡа һуҙыла. Генераль подрядсыға тейешле сроктарҙа (2012 йылдың ноябрендә) объектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн саралар күрергә ҡушылды. Уның ҡарауы, төҙөүселәр быйыл янғын депоһын төҙөп бөтөргә иҫәп тота. Шулай уҡ ауылда алдағы ике-өс йылда сменаһына 250 кешене хеҙмәтләндерәсәк яңы поликлиника асылырға тейеш. Әлеге ваҡытта проектлау эштәре алып барыла.