9 декабрь, Йома

12 сентябрь 2012 йыл, 11:23

Паралимпиада-2012 геройҙары Өфөгә ҡайтты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

12 сентябргә ҡарай төндә XIV Паралимпия уйындары ҡатнашыусылары һәм призерҙары Өфөгә ҡайтты. Уларҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында ҡаршы алдылар.

Делегацияны Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, министрлыҡ һәм ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, БР Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк ойошмаһы вәкилдәре, спортсыларҙың дуҫтары һәм туғандары, журналистар – йәмғеһе йөҙгә яҡын кеше ҡаршыланы. Сәскәләр, алҡыштар, ҡотлауҙар – быларҙың барыһы ла ысын байрам атмосфераһын тыуҙырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын яуланы. Спортсыларыбыҙ 36 алтын, 38 көмөш һәм 28 бронза миҙалға эйә булды. Башҡортостандың һигеҙ спортсыһы Лондонда үткән Паралимпия уйындарында 17 миҙал (12 «алтын» һәм 5 «көмөш») яуланы.

Әлбиттә, XIV Паралимпия уйындарында биш тапҡыр еңеүсе Оксана Савченко иғтибар үҙәгендә булды. Ул һәм башҡа спортсылар ярыштарҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште. Лондонда үткән ҙур сара хаҡында 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ла һөйләне. Шулай уҡ геройҙарҙың тренерҙары Игорь Тверяков (йөҙөү) һәм Петр Буйлов (еңел атлетика) спортсыларға журналистарҙың һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итте.