11 декабрь, Йәкшәмбе

12 сентябрь 2012 йыл, 10:39

Рөстәм Хәмитов «Полигон» фәнни-производство предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

11 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Полигон» фәнни-производство предприятиеһында булды. Төбәк башлығы телефония һәм мәғлүмәт селтәрҙәрен булдырыуҙа ҡулланылған радиоэлектрон ҡорамалдар һәм микроэлектрон компоненттар етештереү технологияһы менән танышты, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Предприятиеға конкурентлыҡ итеү һәләтен үҫтереү һәм баҙарҙағы өлөшөн арттырыу өсөн етештереү ҡеүәтен арттырыу зарур. Әлеге ваҡытта «Полигон» Рәсәйҙә етештерелгән элемтә аппаратураһы баҙарының яҡынса 1,5 процентын биләй, ә производство киңәйтелһә, был һанды 15-18 процентҡа тиклем арттырырға мөмкин.

темалар: бр президенты