6 декабрь, Шишәмбе

12 сентябрь 2012 йыл, 10:08

Башҡортостан менән «Мәскәү банкы» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

11 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһының президент-рәйесе Михаил Кузовлев менән осрашты. Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу һәм яңыртыу проекттарын тормошҡа ашырыуҙа банктың ҡатнашыуы, электрон төрҙә дәүләт һатып алыуҙары үткәреү кеүек төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Кузовлев ҡул ҡуйҙы. Килешеү республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырған ваҡытта яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү тәртибен билдәләй.

«Мәскәү банкы» — Рәсәйҙең ҙур универсаль банктарының береһе, ул илдең биш иң яҡшы банкы иҫәбенә инә. Башҡортостан Республикаһы өсөн бындай ҙур финанс ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим. Беҙҙең иҡтисади мөмкинлектәр яҡшы билдәле. Инвесторҙар йәлеп итеү, предприятиелар төҙөү йәһәтенән алға табан барабыҙ. Тамамланған ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре Башҡортостанда инвестицион әүҙемлектең һиҙелерлек артыуын күрһәтә», — тине Рөстәм Хәмитов.

— Башҡортостанды стратегик мөһим төбәк тип иҫәпләйбеҙ. Өфөлә беҙҙең филиал 2006 йылда булдырылды, әммә ул үтә әүҙем эшләмәне. Шуға күрә эшләнмәй ҡалғанды эшләп бөтөрөргә уйлайбыҙ. Республикала тормошҡа ашырылған проекттарҙы финанслауҙа ҙур теләк менән ҡатнашыр инек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Кузовлев.