10 декабрь, Шәмбе

11 сентябрь 2012 йыл, 17:40

Константин Толкачев БР Дәүләт Йыйылышы наградаларын тапшырҙы

автор: Марина Шумилова

11 сентябрҙә республика парламенты Президиумы ултырышында уның спикеры Константин Толкачев Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың юғары наградаларын тапшырҙы.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталары менән БР беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты Рауил Яппаров, Өфөнөң Дезинфекция станцияһы баш врачы Александр Мочалкин, Ҡалтасы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәүис Нуретдинов, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин наградланды.

«Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә айырыуса ҙур өлөш индергәне өсөн» почет билдәһенә БР беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттары Фәнис Әмиров һәм Әлим Әхмәҙиев, БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты, «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәиф Маликов, БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты, БашДУ-ның Бөрө филиалы ректоры Салауат Усманов лайыҡ булды.

— Һеҙҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһа алды, — тип билдәләне Константин Толкачев. – Тырышлыҡтарығыҙ һәм профессионализмығыҙ арҡаһында Башҡортостандың социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен үҫтереүгә артабан да ҙур өлөш индерерһегеҙ, тип ышанам.