3 декабрь, Шәмбе

11 сентябрь 2012 йыл, 16:42

Рәсәй Президенты Владимир Путин Паралимпиада-2012 геройҙарын наградланы

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында алтын миҙал яулаған спортсыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сара Ҙур Кремль һарайының Александр залында үтте.

Почет ордендары менән – 5 спортсы, Дуҫлыҡ ордендары менән 37 атлет наградланды.

Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын яулап, Паралимпия уйындарында сығыш яһау тарихында иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Рәсәй спортсылары 102 награда – 36 алтын, 38 көмөш һәм 28 бронза миҙал яуланы, йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса 14 донъя рекорды ҡуйҙы.

Наградланыусылар араһында – Башҡортостан вәкилдәре: Паралимпиада уйындарының йөҙөү буйынса биш тапҡыр чемпионы Оксана Савченко, еңел атлетика буйынса ике тапҡыр чемпион Алексей Лабзин, шулай уҡ йөҙөүселәр Александр Неволин-Светов, Михаил Зимин, еңел атлеттар Андрей Коптев, Елена Паутова, Анастасия Овсянникова.

Александр Неволин-Светов, Елена Паутова һәм Алексей Лабзин – Почет орденына, Оксана Савчено Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды.

— Яңыраҡ ҡына беҙҙең йыйылма команданы Лондонға оҙатҡайныҡ, хәҙер спортсыларыбыҙҙы бик шәп уңыштар менән ҡотлар өсөн йәнә Кремлдә осрашабыҙ, — тине Владимир Путин. – Был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һеҙҙең тормошоғоҙҙа, шулай уҡ бөтә донъя спорт һөйөүселәренең тормошонда бихисап сағыу ваҡиғалар булды.

Лондонда XIV Паралимпия уйындарында бик яҡшы сығыш яһауығыҙ менән тағы ла бер тапҡыр ҡотлайым. Ысын еңеүсе булырға теләк һәм ынтылыш күрһәтеп, беҙҙең йыйылма команданы паралимпия спорты лидерҙары кимәленә сығарҙығыҙ, — тине Президент.

Бынан алда бронза һәм көмөш призерҙарҙы РФ Президенты Хакимиәте башлығы Сергей Иванов ҡотланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан вәкилдәре Александр Неволин-Светов – өс, Алексей Лабзин һәм Анна Сорокина берәр көмөш миҙал яуланы.