6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2012 йыл, 15:44

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу тураһында иң яҡшы материал авторы 100 мең һум аҡса аласаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Хөкүмәте киң мәғлүмәт сараларында 2012 йылға торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуҙы иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы иғлан итә.

Бәйге түбәндәге дүрт номинация буйынса үткәрелә: «Матбуғат баҫмалары», «Тармаҡ матбуғат баҫмалары», «Телевизион тапшырыуҙар һәм сюжеттар» һәм «Интернет-публикациялар». Һәр береһендә өсөшәр призер билдәләнәсәк, 70 меңдән 100 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡаралған.

Республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы,  премия фондының 50 проценты – мәғлүмәт биреүгә, аныҡлау эшенә, ҡалған 50 проценты проектты ойоштороуҙа ҡатнашҡан предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә премия биреүгә файҙаланылырға тейеш.

Конкурсҡа йомғаҡ 2013 йылдың 10 февраленә тиклем яһаласаҡ.