6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2012 йыл, 12:50

Башҡортостанда ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимы бөтөрөлдө

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан Хөкүмәте 6 сентябрҙәге бойороғо менән ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимын бөтөрҙө, бындай режим 20 июлдән – республиканың 18 районында, 7 августан йәнә 28 районда һәм Өфө, Күмертау, Сибай ҡалаларында аномаль эҫе һауа торошо арҡаһында уңыш һәләк булыу айҡанлы индерелгәйне. Шулай уҡ урман янғындары таралыу айҡанлы төбәктең 19 районында айырым янғынға ҡаршы режим индерелгәйне, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан.