10 декабрь, Шәмбе

11 сентябрь 2012 йыл, 11:18

Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле старт ала

автор: Арина Рәхимҡолова

15 сентябрҙән Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле башлана. Бындай саралар Башҡортостан баш ҡалаһында һәр шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә 28 октябргә тиклем үткәреләсәк.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 һәм 16 сентябрҙә йәрминкә Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21 адресы буйынса урынлашҡан Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ойошторола. Бында өфөлөләр картуф, йәшелсә, бал, ит, һөт аҙыҡтары һәм башҡа продукттар һатып ала аласаҡ.

Һыуыҡтар башланыу менән йәшелсә йәрминкәләре туҡталасаҡ. Уның ҡарауы, 15 декабрҙән Өфөлә ит йәрминкәләре старт ала.