6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2012 йыл, 9:26

Төбәктә 12 мең тоннаға яҡын көнбағыш һуғып алынған

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан механизаторҙары 11846 тонна көнбағыш һуғып алған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлегә көнбағыш яҡынса 15 мең гектарҙа һуғып алынған, планға ҡарата был 9 процент тәшкил итә. Уртаса уңышы – гектарынан 8 центнер.

Архангел, Ғафури һәм Стәрлетамаҡ райондары хеҙмәтсәндәре яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Әммә иң яҡшы күрһәткес Стәрлетамаҡ аграрийҙарында – улар 4083 тонна көнбағыш һуғып алған.