3 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2012 йыл, 17:28

Башҡортостанда ураҡ эштәре тамамлана

автор: Арина Рәхимҡолова

Республика аграрийҙары 1,822 миллион тонна иген йыйып алған. Әлеге ваҡытта дөйөм территорияның 93 проценты эшкәртелгән.

Шул уҡ ваҡытта 25 районда ураҡ эштәре тулыһынса тамамланған. Иң күп өлөш индергәндәр иҫәбендә: Стәрлетамаҡ (121,3 мең тонна), Илеш (92 мең тонна), Саҡмағош (79,6 мең тонна), Дүртөйлө (71,5 мең тонна) һәм Ауырғазы (68 мең тонна) райондары эшсәндәре.

Республика буйынса иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 11,5 центнер тәшкил итә.

Ураҡ менән бер рәттән яҙғы сәсеүгә тупраҡ әҙерләү эштәре лә алып барыла. Әлегә 725 мең гектар ер туңға һөрөлгән, планға ҡарата был 67 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.