6 декабрь, Шишәмбе

10 сентябрь 2012 йыл, 16:57

Республикала «Кушнаренко таңдары» фестиваль-конкурсы үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

«Кушнаренко таңдары» республика фольклор ижады фестиваль-конкурсының һуңғы этабы 21-22 сентябрҙә Кушнаренко ауылында үтә, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән. Бәйгенең һайлап алыу этабы Башҡортостан ҡала һәм райондарында үтте.

— Һуңғы этапта иң яҡшы коллектив исеме өсөн Ҡыйғы, Благовар, Ҡариҙел, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондары вәкилдәре көс һынашасаҡ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Кушнаренко районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Линура Сәлимова. – Еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнәсәк: «Иң яҡшы хореография фольклор коллективы», «Иң яҡшы вокаль фольклор коллективы», «Иң яҡшы инструменталь фольклор коллективы», «Иң яҡшы этнографик фольклор коллективы». Фестиваль-конкурс һөҙөмтәләре буйынса I, II, III дәрәжә лауреат исемдәре бирелә.

«Кушнаренко таңдары» республика фольклор ижады фестиваль-конкурсында ҡатнашыуға заявкалар 2012 йылдың 19 сентябренә тиклем ҡабул ителә.

Фестиваль Кушнаренко ауылының мәҙәниәт йортонда – 21 сентябрҙә 17 сәғәттә, гала-концерт 22 сентябрҙә 16 сәғәттә башлана.