Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә II «Йәштәр проекты - 2012» республика конкурсы башланды

Иҡтисад

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Йәштәр проекты — 2012» республика йәштәр бизнес-проекттары һәм бизнес-идеялары конкурсы башланыуы хаҡында иғлан итә.

Һәләтле йәш эшҡыуарҙарҙы асыҡлау һәм уларға финанс ярҙам күрһәтеү, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, республиканың ғәмәлдәге бәләкәй предприятиеларын үҫтереү һәм яңыларын булдырыу процесын әүҙемләштереү бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.

Конкурста 30 йәшкә тиклемге шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, шулай уҡ бизнес менән шөғөлләнгән йәштәр коллективтары ҡатнаша ала.

Еңеүселәр «Иң яҡшы йәштәр бизнес-проекты» һәм «Иң яҡшы йәштәр бизнес-идеяһы» номинацияларында гранттар менән наградланасаҡ.

Заявкалар 3 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 271-се бүлмә адресы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 251-57-23.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть