5 декабрь, Дүшәмбе

10 сентябрь 2012 йыл, 15:07

Баш ҡалала территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ старт алды

автор: Галина Бахшиева

Дүшәмбе, 10 сентябрҙә, Өфөлә территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ старт алды. Йола буйынса көҙгө экологик өмә Республика көнөн билдәләүгә ҡарата үткәрелә.

Бер ай дауамында, 10 октябргә тиклем, Башҡортостан баш ҡалаһында йәшелләндереү, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы, парапеттарҙы, бина фасадтарын ремонтлау, урамдарҙы, кварталдар араһындағы территорияларҙы, гараж кооперативтары, баҡсасылыҡ ширҡәттәре биләмәләрен таҙартыу эштәре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ йырындарҙы, йылға һәм күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу, ҡала биләмәһендәге шишмәләрҙе төҙөкләндереү ҡаралған.

Милек формаһына ҡарамай, Өфөнөң барлыҡ предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларына бина фасадтарын һәм территорияларҙы тейешле хәлгә килтерергә ҡушылды.

Бынан тыш, экологик айлыҡ сиктәрендә Өфөлә аҙна һайын санитар йомалар һәм дөйөм ҡала өмәһе ойоштороласаҡ. Өмә 29 сентябргә билдәләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың көҙөндә экологик айлыҡ барышында 30 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелде. Сараларҙа 414 мең өфөлө ҡатнашты.