3 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2012 йыл, 13:07

Башҡортостан менән Германия ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда эш визиты менән немец ауыл хужалығы йәмғиәтенең (DLG) генераль директоры Рихард Грандке булып китте.

Сит ил ҡунағы «Алексеевка», «Рощинский» совхоздарында, «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай уҡ ул республикала ауыл хужалығы өлкәһендә белем биреү системаһы менән танышты. Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе проректоры Марс Фархшатов уҡыу йортонда тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне. 127 йыллыҡ тәжрибәһе булған немец ауыл хужалығы йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итеү Башҡортостандың ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерер ине, тип билдәләнде осрашыуҙа. Рихард Грандке, үҙ сиратында, бергә эшләргә әҙер булыуын белдерҙе һәм Башҡортостандан да өйрәнәһе нәмәләрҙең күп булыуын билдәләне.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Германия ҡунағы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – төбәктең ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев менән тармаҡҡа яңы технологиялар индереү мөминлектәрен тикшерҙе.

Рихард Грандке Агротехнологиялар инновация үҙәген асыуҙа, урындағы ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн семинарҙар үткәреүҙә һәм башҡа мәсьәләләрҙә республикаға ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе.

Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында Башҡортостан агросәнәғәте өсөн немец ауыл хужалығы йәмғиәтенең тәжрибәһе үтә мөһим. Коммерцияға ҡарамаған был ойошмала 24 мең ағза иҫәпләнә. Фәнни-техник прогресҡа булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү, эксперттар менән тәжрибә уртаҡлашыу, махсус күргәҙмәләр ойоштороу, техниканы һынап ҡарау йәһәтенән аграр һәм аҙыҡ-түлек тармаҡтарында әлеге йәмғиәт алдынғыларҙан һанала.