9 декабрь, Йома

10 сентябрь 2012 йыл, 11:44

Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындары тамамланды

автор: Дмитрий Слезин

Кисә Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындары тамамланды. Һөҙөмтәлә Рәсәй йыйылма командаһы 102 миҙал – 36 «алтын», 38 «көмөш» һәм 28 «бронза» яуланы. Дөйөм команда иҫәбендә рәсәйлеләр тәүгә икенсе баҫҡысҡа күтәрелде.

Ҡытай йыйылма командаһы 231 миҙал менән (95-71-65) – беренсе, Британия спортсылары 120 миҙал менән (34-43-43) өсөнсө булды.

Башҡортостан вәкилдәре йәмғеһе 17 миҙал – 12 «алтын» һәм 5 «көмөш» яуланы. 2008 йылда Пекинда үткән Паралимпиаданан республика спортсылары туғыҙ миҙал (4 «алтын» һәм 5 «бронза») менән ҡайтҡайны.

Үткәндәге кеүек үк, Башҡортостан йыйылма командаһы лидеры – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Окана Савченко (йөҙөү). Пекинда ул өс алтын миҙалға ирешеп, өс донъя рекорды ҡуйғайны. Был уйындарҙа Оксана барлыҡ биш дистанцияла ла еңеү яуланы һәм дүрт донъя рекорды ҡуйҙы. Шулай итеп, Оксана – һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы.

Наградалар һаны һәм сифаты буйынса Оксана Савченко Рәсәй йыйылма командаһының иң яҡшы спортсыһы тип танылды. Икенсе урында – еңел атлет Маргарита Гончарова (өс алтын һәм бер көмөш миҙал), өсөнсөлә – шулай уҡ еңел атлеттар Елена Иванова һәм Евгений Швецов (өсөшәр алтын миҙал).

Савченконан тыш, түбәндәге Башҡортостан вәкилдәре Рәсәйҙең «көмөш» еңеүенә үҙ өлөшөн индерҙе: еңел атлеттар Алексей Лабзин (ике алтын, бер көмөш миҙал), Елена Паутова, Андрей Коптев, Анастасия Овсянникова (берәр алтын миҙал), Анна Сорокина (бер көмөш миҙал), йөҙөүселәр Александр Неволин-Светов (бер алтын һәм өс көмөш миҙал), Михаил Зимин (бер алтын миҙал).

Шишәмбе, 11 сентябрҙә, паралимпиясыларҙы Кремлдә ҡабул итәләр. РФ Президенты Владимир Путин һәм РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов еңеүселәргә наградалар тапшырасаҡ.