11 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2012 йыл, 10:56

Башҡортостан II «Волга буйын асып» туристик ресурстар фестиваль-презентацияһында еңеү яуланы

автор: Любовь Колоколова

«Волга буйын асып» фестиваленең күсмә символы – йәшмәнән эшләнгән ладья – Мари Иленән Башҡортостанға «йөҙөп килде»: республика 2012 йылдың еңеүсеһе тип танылды һәм киләһе туристик форумды Өфөлә үткәреү хоҡуғын яуланы.

7-9 сентябрҙә Йошкар-Ола ҡалаһында үткән II «Волга буйын асып» туристик ресурстар фестиваль-презентацияһы жюрийы конкурсҡа йомғаҡ яһаны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурстар 22 номинация буйынса үткәрелде. Уларҙың 14-ендә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев етәкселегендәге Башҡортостан командаһы 19 призлы урын, ә дөйөм алғанда Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урын яуланы. Бындай һөҙөмтәләр осраҡлы түгел: июль-август айҙарында республиканан конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн йәмғеһе 144 заявка бирелде. Округтың бер төбәге лә был һанға яҡын килә алманы, тип һөйләне Руслан Кинйәкәев. Һөҙөмтәлә беҙҙең команда 8 – беренсе, 4 – икенсе, 7 өсөнсө урын яуланы.

— Йәш булыуына ҡармаҫтан, был фестиваль Волга буйы федераль округының ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең туристик өлкәһендә лә абруйлы сараға әүерелде, — тип билдәләне Руслан Кинйәкәев. – Рәсәй Федерацияһында туризм өлкәһендәге бындай фестивалдәр башҡа юҡ.

Дәүләт комитеты рәйесе шулай уҡ төбәк-ара хеҙмәттәшлектә өлгәшелгән килешеүҙәр хаҡында һөйләне. Шулай итеп, Башҡортостан Ульяновск, Һамар өлкәләре, «Федераль пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән туризм өлкәһендә килешеүҙәр төҙөгән, Мари Иленең архитектура ҡомартҡыларын булдырыу йәһәтенән тәжрибәһен өйрәнгән.