Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Рәсәй төбәктәре инвестор өсөн үҙ-ара конкуренция алып бара»

Сәйәсәт

— Бөгөн төбәктәр инвестор өсөн үҙ-ара конкуренция алып бара, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, РБК мәғлүмәт агентлығында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Башҡортостан башлығының матбуғат конференцияһы инвестор өсөн көрәштә төбәктең конкурентлыҡ өҫтөнлөктәренә арналды.

— Инвесторҙан баш тартҡан бер генә төбәк башлығы ла юҡ, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Инвестор килһен өсөн, һәр кем үҙендә идеаль мөхит булдырырға тырыша.

Шул уҡ ваҡытта ҙур бизнес вәкилдәре төбәк баҙарҙарына сығыу менән бәйле булған барлыҡ хәүефтәрҙе тикшереп ҡарай. Әгәр ҙә урындағы власть эшләү өсөн уңайлы шарттар гарантиялай алмай икән, эшлекле даирәлә шик тыуа.

— Шуға күрә был йәһәттән инвесторға Федерация субъекттары менән эшләү хәйерлерәк, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты. – Беренсенән, федераль властың үҙенең бурыстары бар, ә инвесторҙар менән эшләү төбәк власы бурыстарына инә. Административ кәртәләргә йоғонто яһау йәһәтенән мөмкинлектәребеҙ, хоҡуҡтарыбыҙ  ни тиклем күберәк булған һайын, шул тиклем шәберәк һәм яҡшыраҡ үҫешәсәкбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть