Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың 20 районында ураҡ эштәре тамамланған

Иҡтисад

Республиканың йәнә өс районында иген культураларын урып йыйыу тамамланды. Шулай итеп, ураҡ эштәрен йәмғеһе 20 район аграрийҙары тамамланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта иген 1,575 миллион гектар майҙанда урып йыйылған, планға ҡарата был 92 процент тәшкил итә. Башҡортостан механизаторҙары йәмғеһе 1,813 миллион тонна иген эшкәрткән.  

Республика буйынса уртаса уңыш гектарынан 11,5 центнер тәшкил итә. Әммә Илеш игенселәре гектарынан 20,9 центнер йыйып ала. Шулай уҡ Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары уңыш буйынса яҡшы күрһәткестәргә эйә.

Иген һуғып алыу буйынса Стәрлетамаҡ хеҙмәтсәндәре алдынғылыҡты бирмәй, улар 121,3 мең тонна иген йыйып алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть