Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә йәш журналистар фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостандың йәш журналистары фестивале 13-14 сентябрҙә республиканың Иглин районында үтә. Туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән фестиваль программаһында Ҡазан дәүләт университеты, Мәскәү матбуғат университеты, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» вәкилдәренән оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған, тип хәбәр иттеләр БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының  матбуғат хеҙмәтенән.

Шулай уҡ журналистар өсөн ике конкурс ойошторола. «Сәйер кеше» тип аталған бәйгелә ҡатнашыу өсөн 10 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы, 13, 414-се бүлмә адресы буйынса урынлашҡан БР Журналистар союзына ҡыҙыҡлы кешеләр тураһында материал ебәрергә кәрәк. «Район-ара ижади берләшмә презентацияһы» исемле конкурста ҡатнашыу өсөн журналистарға был ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә бәйле фотоһүрәттәр алып килеү зарур.

Һәр редакция фестивалгә 35 йәшкә тиклемге бер журналисты ебәрә ала, тип хәбәр иттеләр республиканың Журналистар союзынан.

Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт http://сжрб.рф/ сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть