9 декабрь, Йома

07 сентябрь 2012 йыл, 15:56

Рөстәм Хәмитов «Газпромбанк» компанияһы етәкселеге менән осрашыу үткәрҙе

автор: «Башинформ»

6 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Газпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идаралығы рәйесе урынбаҫары Фамил Садыгов менән осрашты. Осрашыуҙа бер нисә ҙур инвестиция проекты сиктәрендә финанс хеҙмәттәшлек итеү, республика предприятиеларын һәм халҡын кредитлау, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа банк ҡатнашлығы мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ һүҙ Башҡортостанда «Газпромбанк» компанияһының хәйриә эшмәкәрлеге хаҡында ла барҙы.

Рөстәм Хәмитов һәм Фамил Садыгов ниәттәр протоколы проектын тикшерҙе. Уның сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Газпромбанк» төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итәсәк. Атап әйткәндә, «Газпромбанк» дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында «Европа – Көнбайыш Ҡытай» транспорт коридорының Башҡортостан биләмәһенән үтәсәк юл участкаһын төҙөү проектында ҡатнашырға теләй.

Шулай уҡ осрашыуҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортын реконструкциялауҙа, сүп-сар эшкәртеү заводтарын төҙөүҙә, һыу менән тәьмин итеү системаларын яңыртыуҙа «Газпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡатнашыу ихтималлығы тикшерелде.