11 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2012 йыл, 15:26

Республика Президенты: «Төбәктә динамикалы идара итеү системаһын булдырырға теләйбеҙ»

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 6 сентябрҙә РБК мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республика Хөкүмәте менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында шундай һүҙҙәр әйтте.

— Башҡортостан Конституцияһында, республика президенты хөкүмәткә етәкселек итә, тип яҙылған. Юридик йәһәттән был шулай, әммә ғәмәлдә улай булманы, — тип аңлатты Рөстәм Хәмитов. – Хөкүмәткә премьер етәкселек итте. Һәм күпселек йәһәттән был финанс сәйәсәткә ҡағылды. Әлбиттә, президент йүнәлеш бирә, әммә премьер барыһын да тормошҡа ашырҙы.

Президент һүҙҙәренсә, мәғлүмәт киңлеге әле бик тығыҙлана. Ҡарарҙар ҡабул иткән кешенән сигналдар бик тиҙ үтергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының һәр субъектында иһә бындай ҡарарҙарҙы төбәк башлығы ҡабул итә.

— Параллель структуралар, төрлө тармаҡтар барлыҡҡа килһә, мәғлүмәт ебәреү программаһында өҙөклөктәр килеп тыуа һәм, әлбиттә, улар шунда уҡ һиҙелә. Шуға күрә бында бер ниндәй ҙә хәйлә юҡ. Беҙ ни бары төбәктә заманса, динамикалы, мөмкин тиклем арзан идара итеү системаһын булдырырға теләйбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. – Бөгөн властың ике тармаҡлы булыуы урынһыҙ. Барыһы ла компактлы, арзан булһын өсөн, ҡабул ителгән ҡарарҙар башҡарыусыларға тиҙ барып етһен өсөн был тармаҡтарҙы берләштереү зарур. Бында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, төбәктәрҙең 90 проценты нәҡ шулай йәшәй.