Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан халҡы 2012 йылда 10 тонна бал ашаясаҡ

Иҡтисад

Ағымдағы йылда республика умартасылары 15 мең тоннаға яҡын бал йыйған. Бының яҡынса өстән бер өлөшө икенсе төбәктәргә һатыуға ебәреләсәк, ҡалғанын – Башҡортостан халҡы ашаясаҡ. Был хаҡта 6 сентябрҙә РБК мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Был күрһәткес – әле сик түгел. Теория буйынса республика ресурстары йылына 150 мең тоннаға тиклем бал бирә ала. Бындай күрһәткестәргә ирешеү өсөн тармаҡты әүҙем үҫтерергә, яңы умарталыҡтар булдырырға, умарталар эшләргә кәрәк, — тип аңлатты Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостандың бал етештереү буйынса әлегә конкуренттары юҡ.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ республика умартасылары продукцияһының шифалы үҙенсәлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Мәскәү магазиндарында бал сифатының коэффициенты яҡынса 10 тәшкил итһә, Башҡортостанда был һан 30-50-гә тиң, — тине республика Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть