6 декабрь, Шишәмбе

07 сентябрь 2012 йыл, 13:22

Төбәк башлығы: «Нефть химияһы тармағына инвестициялар йәлеп итеү зарур»

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда алдағы ваҡытта нефть эшкәртеү буйынса уникаль ҡоролма эшләй башлаясаҡ, уның ҡеүәте йылына 6 миллион тонна тәшкил итәсәк. Был хаҡта РБК мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, республика өсөн был бик мөһим ваҡиға. Нефть химияһы тармағына инвестициялар йәлеп итеү зарур, тип билдәләне ул.

— Химия республиканың ғына түгел, тотош илдең дә иҡтисадын үҫтереүсе йүнәлештәрҙең береһе булып тора, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Рәсәй донъялағы химия продукцияһының бер процентын етештерә. Илдәге ресурстар яҡынса 15-18 процент тәшкил итә. Беҙҙә булған пластик изделиеларҙың күпселеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сит илдә етештерелә. Әлбиттә, химия тармағын үҫтерергә кәрәк.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, Рәсәй химия производствоһын үҫтереү буйынса ҙур мөмкинлектәргә эйә. Был өлкәгә ҡағылышлы бихисап һорауҙар яҙ көнө Өфөлә үткән II «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында тикшерелде. Уның төп идеяларының береһе – еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын транспортлау өсөн «Көнбайыш Себер – Урал – Волга буйы» магистраль үткәргесен төҙөү буйынса мөмкинлектәр.

— Һүҙ илдә газ химияһы тармағын тергеҙеү хаҡында бара, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең химия, тәү сиратта, нефткә йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта бөтә донъя газ химияһына күсә. Был арзаныраҡ. Беҙҙә бындай газдар юҡ. Ошоға бәйле магистраль үткәргес төҙөү идеяһы килеп тыуҙы. Рәсәй Федерацияһының өс субъекты – Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы консорциумы булдырылды. Хәҙер берлектә эш алып барыла. Шулай итеп, «Ҙур химия» ил иҡтисады өсөн мөһим проектты тормошҡа ашыра башланы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.