Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

2012 йылда Башҡортостанда 250 миллиард һум күләмендә инвестициялар көтөлә

Иҡтисад

Башҡортостанда 2012 йылда 250 миллиард һум күләмендә инвестициялар көтөлә. Был хаҡта 6 сентябрҙә Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһы барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. 2011 йылда был һан яҡынса 180 миллиард һум тәшкил иткәйне, тип билдәләне ул.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн төбәктә барлыҡ стандарт саралар ҡулланылған, хәҙер иһә эшләргә генә ҡала.

— Үҙебеҙ хаҡында, атап әйткәндә, бындай матур төбәк барлығы, унда яҡшы кешеләр эшләүе, энергетика, ер буйынса мөмкинлектәр, ресурстар, компетенциялар булыуы тураһында ҡысҡырыбыраҡ һөйләргә кәрәк, — тип белдерҙе БР Президенты.

Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам күрһәтеләсәк, төрлө ташламалар булдырыласаҡ – тәү сиратта уларға бына ошо фекерҙе еткереү зарур, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

— Инфраструктура төҙөлөшөн тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, — тине төбәк башлығы. – Һыу, газ, электр энергияһы, юл, канализация, таҙартыу ҡоролмалары – быларҙың барыһы ла беҙҙең иҫәпкә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть