4 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2012 йыл, 11:10

Республика Президенты: «Машиналар эшләү – иҡтисадтың мөһим өлөшө»

автор: Любовь Колоколова

— Машиналар эшләү беҙҙең өсөн иҡтисадтың мөһим өлөшө булып тора. Бында ике төп йүнәлеш бар. Беренсеһе – авиация двигателдәрен етештереү. Был өлкәлә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе флагман булып тора. Вертолеттар етештергән Күмертауҙағы икенсе авиация предприятиеһында ла эштәр яйлы. Етештереү күләмдәре артҡанға күрә, унда хеҙмәткәрҙәр ҙә етешмәй. Икенсе йүнәлеш – нефть, нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү тармаҡтары өсөн машиналар эшләү. Был өлкә предприятиелары ла тулы ҡеүәтенә эшләй, уларҙа ла шулай уҡ үҫеш күҙәтелә, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, РБК мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы сиктәрендә журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, шулай уҡ транспорт мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Республикала автобустар етештерелә, тип билдәләне ул. Нефтекама автозаводында ағымдағы йылдың октябрендә «Маркополо» автобустары етештерелә башлаясаҡ. 2014 йылға сериялы производство булдырыласаҡ.

«Маркополо» — донъя класындағы автобустар етештергән билдәле Бразилия компанияһы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә автобустар етештереү һәм һатыу буйынса берлектә предприятие асыу тураһындағы килешеү бер йыл элек төҙөлгәйне. Автобустар «КамАЗ» йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы — «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештереләсәк.