8 декабрь, Кесе йома

07 сентябрь 2012 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов инвестициялар йәлеп итеү өсөн өс өҫтөнлөклө тармаҡты билдәләне

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов инвестицияларға мохтаж өс тармаҡты билдәләне. Улар – ауыл хужалығы, химия һәм ағас эшкәртеү. Был хаҡта ул Мәскәүҙә РБК мәғлүмәт агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы сиктәрендә хәбәр итте.

— Бөгөн беҙ ауыл хужалығын әүҙем үҫтерәбеҙ. Республика халҡының 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, яҡынса 150 мең ауыл кешеһе аҡса эшләү маҡсатында Себергә бара, эш урындарын үҙебеҙҙә  булдырырға кәрәк, — тип билдәләне БР Президенты.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә республикала һөт етештереүҙе ойоштороу, сусҡасылыҡ фермаларын булдырыу, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса ҙур инвестиция проекттары бар.

— Беҙҙең өсөн был төп өҫтөнлөк булып тора, — тине аграр комплекс хаҡында Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта ул Башҡортостандың, нефть республикаһы булараҡ, нефть химияһы һәм химия өлкәләренә инвестициялар йәлеп итеүгә мохтаж булыуын билдәләне.

— Минеңсә, химия республиканың ғына түгел, тотош илдең дә иҡтисадын үҫтереүсе йүнәлештәрҙең береһе булып тора, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.

Инвестициялар йәлеп итеү өсөн өсөнсө өҫтөнлөклө тармаҡ – ағас эшкәртеү. Рөстәм Хәмитов быйыл ағас эшкәртеү буйынса ҙур предприятие төҙөлә башлаясағы хаҡында әйте. Предприятие йылына өс миллион кубометрға яҡын ағас эшкәртәсәк.

Проекттың дөйөм хаҡы – яҡынса 500 миллион евро. Ул биш йылға иҫәпләнгән. Беренсе сират (хаҡы – 160 миллион евро) 2014 йылда эшләй башлаясаҡ.