Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө юлдарында тәүге инновацион билдәләр төшөрөлдө

Иҡтисад

Өфөлә, Достоевский һәм Ленин урамдары мөйөшөндә юл билдәләрен ҡабатлаған инновацион билдәләр төшөрөлдө. Улар термопластиктан эшләнгән. Билдәләр һауа температураһы үҙгәреүенә, химик һәм метеорологик тәҫьир итеүгә тулыһынса яраҡлаштырылған.

Уларҙы етештереүсе һәм подрядсы булып «Гевеко» компаниялар төркөмөнә ингән «ЛКФ Ваймаркеринг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Санкт-Петербург) сығыш яһай. Заказсыһы — «Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы («СУРСИС»).

— Термопластиктан яһалған юл билдәләре күпкә оҙағыраҡ хеҙмәт итә, — тине «ЛКФ Ваймаркеринг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Юлиә Мирошина. – Уларҙың составына ҡараңғыла яҡтыра торған бәләкәй быяла шарҙар инә. Билдәләр төҫлө һәм ҙур итеп эшләнгән, быларҙың барыһы ла водителдәрҙең күреү мөмкинлеген яҡшыртыуға йоғонто яһай.

Бындай билдәләр Рәсәйҙең бихисап ҙур ҡалаларында уңышлы ҡулланыла. «Башинформ» агентлығына «СУРСИС» муниципаль унитар предприятиеһы вәкиле Вадим Ҡадыров һөйләүенсә, Өфөлә был әлегә һынап ҡарау маҡсатында ойошторола.

— Билдәләрҙең ни тиклем оҙаҡ хеҙмәт итеүен ҡарап ҡарарбыҙ, — тине ул. – Һөҙөмтәләр ыңғай булһа, эште ҡаланың башҡа участкаларында ла дауам итергә планлаштырабыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть