6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2012 йыл, 16:41

Башҡортостан парламентында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы закон тикшереләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы закон федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтереләсәк. БР Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты был законға индереләсәк үҙгәрештәрҙе тикшерҙе.

Июлдә РФ Урман кодексына «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтелгәндә сикләүҙәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән төҙәтмәләр индерелде. Ҡануниәттәге үҙгәрештәр арҡаһында урман участкалары булған кешеләр урман декларацияһын дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр аша бирә аласаҡ.

Барлыҡ был үҙгәрештәр республика ҡануниәтендә сағылыш табырға тейеш.