Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә көҙгө экологик айлыҡҡа әүҙем әҙерлек бара

Йәмғиәт

Өфө биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡҡа әүҙем әҙерлек бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул баш ҡалала 10 сентябрҙән алып 10 октябргә тиклем дауам итәсәк. Иғлан ителгән айлыҡ сиктәрендә 29 сентябрҙә дөйөм ҡала өмәһе үтә.

Экологик айлыҡ дауамында Өфө предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартасаҡ, фасад һәм ҡоймаларҙы ремонтлаясаҡ. Бынан тыш, 30 көн дауамында республиканың баш ҡалаһында юлдарҙы, шулай уҡ квартал ара бәләкәй юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ремонтлау буйынса эштәр тамамланырға тейеш.

Өфө биләмәһен санитар таҙартыу буйынса айлыҡ киләһе дүшәмбе көнө старт алыуға ҡарамаҫтан, ҡала территорияһын таҙартыу буйынса тәүге эштәр башланды ла инде, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть