9 декабрь, Йома

06 сентябрь 2012 йыл, 15:15

Шаран районында күп балалы ғаилә «ГАЗель» микроавтобусы алды

автор: Раил Мусин, Әлим Фәйезов

Шаран районының Мичуринск ауылында йәшәгән Миңлевәлиевтар ғаиләһе 9 бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Айһылыу быйыл һөнәрселек училищеһын тамамлаған, игеҙәктәр Әҙилә менән Айнур 7-се класҡа барған. Айгиз исемле улдары – 5-се класта, Ранис менән Регина 2-се класта белем ала, ә кескәй Лиана бала баҡсаһына йөрөй. Бәләкәстәр Рәнил менән Рәсил әсәләре менән өйҙә ултыра.

Ошо көндәрҙә ғаиләлә ҡыуаныслы ваҡиға булды – Рәсим менән Гөлнара Миңлевәлиевтар район хакимиәте хәстәрлеге менә бушлай «ГАЗель» микроавтобусы алды.

— Республика етәкселегенә күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрһәткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, — тине ғаилә башлығы. – Бүләк алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Хәҙер балалар менән уларҙың олатай-өләсәйҙәренә, туғандарға, район үҙәгенә, ҡалаға һәм тәбиғәткә ял итергә сыға алабыҙ.

Элегерәк, 2008 йылда, Шаран ауылында йәшәгән Әхмәтвәлиевтар ғаиләһе шулай уҡ «ГАЗель» микроавтобусы алғайны, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.