11 декабрь, Йәкшәмбе

06 сентябрь 2012 йыл, 14:45

Төбәктә ике миллион тоннаға яҡын иген һуғып алынған

автор: Арина Рәхимҡолова

Республикала бөгөнгө көнгә 1,809 миллион тонна иген һуғып алынған. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың 19 районы ураҡ эштәрен тамамлаған. Йәнә 15 район аграрийҙары һуңғы гектарҙарҙа урып йыйыу эштәрен алып бара.

Шулай уҡ республика игенселәре ужым культураларын сәсеүҙе дауам итә. Бөгөнгө көнгә был эштәр 383 мең гектар ерҙә, йәғни майҙандарҙың 70 процентында башҡарылған. Яҡшы һауа шарттары арҡаһында эштәр бер туҡтауһыҙ алып барыла. Әлеге ваҡытта Ауырғазы, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында страховка культураларын сәсеү тамамланған.