5 декабрь, Дүшәмбе

06 сентябрь 2012 йыл, 13:20

6 сентябрҙә Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитовтың матбуғат конференцияһы үтә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «Инвестор өсөн көрәш: Башҡортостандың конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре» темаһына матбуғат конференцияһы 6 сентябрҙә Мәскәүҙә РБК мәғлүмәт агентлығында үтә.

Тикшереләсәк мәсьәләләр иҫәбендә – берҙәм сауҙа киңлегендә Башҡортостан өсөн асылған мөмкинлектәр, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте әүҙемләштереү һәм урындағы етештереүселәрҙең конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү буйынса саралар, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының һәм БРИКС илдәренең саммиттарына әҙерлек. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты республика менән идара итеү системаһының үҙгәртелгәндән һуң ниндәй булыуы хаҡында ла һөйләйәсәк.

Журналистар үҙ һорауҙарын РБК компанияһының матбуғат үҙәгендә, шулай уҡ мәғлүмәт агентлығының www.rbc.ru сайтында бирә ала. Һорауҙарҙы smi@rbc.ru электрон адресына ла ебәрергә мөмкин.

Сара Мәскәү ваҡыты менән 16.00 сәғәттә башлана.