Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан паралимпиясылары Лондонда 13 миҙал яулап өлгөрҙө

Йәмғиәт

Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары Алексей Лабзин һәм Андрей Коптев (Башҡортостан физик культура институты), шулай уҡ Евгений Кегелев һәм Федор Триколач Лондонда 2012 йылғы Паралимпия уйындарында Т11/13 категорияларында 4х100 метрлыҡ дистанцияла йүгереү буйынса чемпиондар булды. Улар Паралимпия уйындары рекордын ҡуйҙы — 42,66 секунд.

Икенсе урында – Ҡытай спортсылары, өсөнсөлә – Әзербайжан командаһы.

Шулай итеп, Коптев менән Лабзин Башҡортостандың «алтын запасын» ун миҙалға еткерҙе: йөҙөүселәр Оксана Савченко – 4 миҙал, Александр Неволин-Светов – ике, еңел атлеттар Алексей Лабзин – ике, Елена Паутова, Андрей Коптев һәм Анастасия Овсянникова – берәр алтын миҙал яуланы. Бынан тыш, Неволин-Световта – ике, Анна Сорокинала бер «көмөш» бар. Йәмғеһе – 13 миҙал. Пекинда үткән Паралимпия уйындарында улар туғыҙ ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть