Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Gebr.Heinemann компанияһы вәкилдәре менән осрашты

Сәйәсәт

5 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Gebr.Heinemann немец компанияһын Көнсығыш Европала һәм БДБ илдәрендә үҫтереү буйынса директор Ойген Сирота менән осрашты.

Осрашыуҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропорты нигеҙендә Эшлекле авиация үҙәген булдырыу проекты тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Комплекс майҙаны яҡынса 1000 квадрат метр тәшкил итәсәк, унда конференц-залдар, һөйләшеүҙәр үткәреү бүлмәләре, магазиндар, ресторан һәм отель буласаҡ.

Рөстәм Хәмитов үҙәк төҙөү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

— Республикала 2015 йылда ҙур халыҡ-ара саралар – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттары үтәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Европа һәм Азия илдәренең бихисап инвесторҙарында ҡыҙыҡһыныу уята. Эшлекле әүҙемлек арта, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Республика менән хеҙмәттәшлек итеүҙе тәрәнәйтергә планлаштырабыҙ. Һәм беҙҙең артабанғы аҙым – Эшлекле авиация үҙәген булдырыу. Өфөнөң һәм Башҡортостан территорияларының эшлекле авиацияны үҫтереүгә ҡағылышлы мөмкинлектәре ҙур булыуын күрәбеҙ, — тип билдәләне Ойген Сирота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть