Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Республикала инвестициялар йәлеп итеү темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғарыраҡ

Иҡтисад

Республикала инвестициялар йәлеп итеү темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғарыраҡ.

— Беренсе ярты йыллыҡҡа йомғаҡтар буйынса республикала йәлеп ителгән инвестициялар күләменең артыуы хаҡында әйтә алабыҙ. Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 80 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, былтырғыға ҡарағанда был 22,5 процентҡа күберәк. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 111 процент. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, йыл йомғаҡтары буйынса төп капиталға инвестициялар күләме яҡынса 230 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был ярайһы уҡ ҙур һан, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы, 5 сентябрҙә, Өфөлә үткән өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында.

Комиссияның сираттағы ултырышында ҡатнашыусылар бер нисә мөһим проект буйынса мәсьәләләр тикшерҙе. Улар иҫәбендә – Әлшәй районында ҡошсолоҡ комплексын төҙөүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, «Салауатбыяла» һәм Благовещен арматура заводы менән килешеү төҙөү (тәү сиратта был предприятиеларға табышҡа һәм мөлкәткә һалымдар буйынса ташламалар булдырыу йәһәтенән), шулай уҡ полиэфир комплексы һәм Өфө машиналар эшләү заводы нигеҙендә ике индустриаль парк булдырыу мәсьәләләре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть