Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң егермеләп предприятиеһы йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

6 сентябрҙә Өфөлә йәштәр өсөн көҙгө вакансиялар йәрминкәһе үтә. Унда кәм тигәндә 20 предприятие һәм ойошма, шулай уҡ йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре ҡатнашасаҡ.

Сараны ойоштороусы булып Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһы сығыш яһай.

— Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә менеджер, тәрбиәсе, педагог, дөйөм туҡланыу хеҙмәткәре, төрлө кимәлдәге консультанттар һәм белгестәр кеүек төрлө вакантлы урындар тәҡдим ителәсәк, — тип һөйләне Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.

Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үткәрелә. Башлана – 10 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть